5 декабрь, Дүшәмбе

21 июнь 2016 йыл, 16:26

Төбәктә вуздарҙың бюджет урындарына 10 меңдән ашыу кеше уҡырға инә ала

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда дәүләт юғары уҡыу йорттарының һәм уларҙың филиалдарының бюджет урындарына 10403 кеше уҡырға инә ала. Ҡабул итеү кампанияһына бакалаврҙар әҙерләү программалары буйынса 6233 урын, белгестәр һәм магистрҙар өсөн 1518 һәм 2652 урын бүленгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.

Кисә республика вуздарында документтар ҡабул итеү башланды. Абитуриенттар буласаҡ һөнәрен һайлау өсөн университеттарҙың ҡабул итеү комиссияларына консультация алырға килә. Һәр факультеттың, институттың вәкилдәре уларға һөнәр һайлауҙа йүнәлеш бирергә әҙер, тип билдәләнеләр юғары уҡыу йорттарында.

Абитуриенттар 26 июлгә тиклем бюджет нигеҙендә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә документтар тапшыра ала. Түләүле бүлектәргә уҡырға инергә теләгән абитуриенттарҙы ҡабул итеү комиссияларында 17 авгусҡаса көтәләр.