6 декабрь, Шишәмбе

21 июнь 2016 йыл, 15:46

Йыл башынан республикала 800 квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Ғинуар-май айҙарында Башҡортостанда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 819,3 мең квадрат метрлыҡ 9824 фатир сафҡа индерелгән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда ете процентҡа кәмерәк. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең территориаль органында шундай мәғлүмәттәр килтерелә. Һәр мең кешегә 201 квадрат метр тура килә.

Республиканың торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө өҫтөнлөк итә — 70,7 процент. Мәҫәлән, былтыр ғинуар-май айҙарында ошо күрһәткес 69,2 процент тәшкил иткән. Быйыл биш айҙа төбәк халҡы майҙаны 579,2 мең квадрат метрлыҡ 5299 шәхси йорт төҙөгән. Был уҙған йылға ҡарата 4,9 процентҡа кәмерәк.

Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса икенсе, йән башына торлаҡ төҙөү буйынса Татарстандан, Ульянов өлкәһенән һәм Мари Иле Республикаһынан ҡала дүртенсе урында килә.