2 декабрь, Йома

21 июнь 2016 йыл, 14:56

Лилиә Нәсибуллина пенсионерҙар араһында компьютер буйынса ил чемпионатында призер булды

фото: БДПУ һәм Рәсәй Пенсионерҙар союзы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан вәкиле, Кушнаренко районында йәшәүсе Лилиә Нәсибуллина пенсионерҙар араһында компьютер буйынса ил чемпионатында «Интернетта хәүефһеҙ эшләү буйынса эш» номинацияһында икенсе урын яуланы. Яҡташыбыҙ «Ышаныслы ҡулланыусы» категорияһында сығыш яһаны. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ил кимәлендәге конкурста республика данын Лилиә Нәсибуллина менән бергә Дүртөйлө районынан Закир Нурмөхәмәтов яҡланы.

Пенсионерҙар араһында компьютер буйынса VI Бөтә Рәсәй чемпионаты 15-17 июндә Новосибирскиҙа үтте. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 61 төбәгенән 120-нән ашыу пенсионер ҡатнашты. Улар PowerPoint программаһында презентация күрһәтергә, дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланырға, «Яндекс» эҙләү системаһында мәғлүмәт табырға, офис программаларын белеү кимәлен күрһәтергә тейеш ине. Быйыл ярышҡа тәүге тапҡыр интернетта үҙеңде хәүефһеҙ тотоу буйынса эштәр индерелгән.

Сараны ойоштороусылар булып Федерация Советы, Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Пенсия фонды ярҙамында Пенсионерҙар союзы сығыш яһай. Чемпионаттың маҡсаты — пенсионерҙар араһында компьютер технологияларын популярлаштырыу.

Еңеүселәрҙең исемлеге Рәсәй Пенсионерҙар союзы сайтында баҫылған.