6 декабрь, Шишәмбе

21 июнь 2016 йыл, 14:06

Ғинуар-май айҙарында республикала сәнәғәт етештереүе 0,5 процентҡа артҡан

фото: Башҡортостанстат сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан төбәктә сәнәғәт етештереүе индексы 2015 йылдың ғинуар-май айҙарына ҡарата 100,5 процент, ил буйынса 100,1 процент тәшкил иткән.

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә был күрһәткес 87,5 проценттан (Мордовия Республикаһында) 114,6 процентҡа тиклем (Сыуашстан Республикаһында) тирбәлә.

Ағас эшкәртеүҙә (+33,5 процент), күн, күн әйберҙәр һәм аяҡ кейеме (+23,4 процент), резина һәм пластмасса әйберҙәр эшләүҙә (+17,7 процент), целлюлоза-ҡағыҙ эшләүҙә, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегендә, металлургия производствоһында (+15 процент), электр ҡорамалдары (+4,5 процент), аҙыҡ-түлек (+1,1 процент), транспорт саралары һәм ҡорамалдар (+0,2 процент) етештереүҙә ыңғай динамика күҙәтелгән. Яғыулыҡ-энергетика файҙалы ҡаҙылмаларын сығарыу — 1,9, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү, бүлеү 1,3 процентҡа артҡан.

Шул уҡ ваҡытта металл булмаған башҡа минераль продукттар етештереүҙә (-21,9 процент), файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа (-12,3 процент), туҡыу һәм тегеү производствоһында (-7,9 процент), нефть продукттары етештереүҙә (-3 процент), химия производствоһында  (-1 процент) етештереү күләменең кәмеүе билдәләнгән.