9 декабрь, Йома

21 июнь 2016 йыл, 12:37

Башҡортостанда 10 класҡа ҡабул итеү мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу линия асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Мәғариф министрлығы 10 класҡа ҡабул итеү мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу линия асты. Уҙған аҙнала туғыҙынсы кластарҙа дәүләт имтихандарының төп этабы тамамланды. Мәктәптәрҙә аттестат тапшырыу тантаналары уҙҙы. Кемдер колледждарға, техникумдарға уҡырға инә. Әммә күптәр урта белем алыу һәм артабан юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн уҡыуҙарын 10 класта дауам итә.

Ҡағиҙә булараҡ, уҡыусылар һәм ата-әсәләр белем биреү кимәле яҡшы булған мәктәпте һайлай. Ҡайһы берҙә ата-әсәләр яғынан да, дөйөм белем биреү ойошмаһы яғынан да аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуа. 10 класҡа ҡабул итеүгә бәйле һорауҙарҙы хәл итеү өсөн ҡыҙыу линия асылды. 218-03-81, 218-03-28 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.