6 декабрь, Шишәмбе

21 июнь 2016 йыл, 12:03

Республика медиктары — бөтә Рәсәй табиптар конкурсында иң яҡшылары

фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан табиптары бөтә Рәсәй табиптар конкурсында иң яҡшылары тип танылды. Быйыл ул 36 номинация буйынса уҙғарылды. Илдең 66 төбәгенән һәм алты федераль ведомствонан бөтәһе 658 эш ҡаралды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Иң яҡшы психиатр» номинацияһында беренсе урынға 1-се республика клиник психиатрия дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, табип-психиатр Наталья Тулбаева лайыҡ булды. Иң яҡшы терапевт тип Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының 2-се терапия бүлексәһе мөдире, табип-терапевт Виктор Лузин танылды. «Иң яҡшы кардиолог» номинацияһында икенсе урынды Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһының 2-се кардиология бүлексәһе мөдире, табип-кардиолог Аэлита Губаева алды. «Махсус номинация»ла Республика балалар клиник дауаханаһының яңаҡ-бит хирургияһы бүлексәһе мөдире, яңаҡ-бит хирургы Наил Дәүләтшин икенсе урын яуланы.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, шулай уҡ Артем Неудачин етәкселегендәге табиптар төркөмө «Булмыш» премияһы лауреаты исемен алды. Медиктар «Кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция яһаған өсөн» номинацияһында наградаларға лайыҡ булды.