3 декабрь, Шәмбе

21 июнь 2016 йыл, 10:49

Төбәктә көндәр эҫе торасаҡ

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнаның тәүге яртыһында республикала көндәр эҫе торасаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуасаҡ. Осорҙоң икенсе яртыһында күпселек райондарҙа ямғыр яуыуы һәм һауа температураһының әкренләп түбәнәйеүе көтөлә.

Шишәмбе, 21 июндә, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ 26-31 градус тәшкил итәсәк. Шаршамбы, 22 июндә, төндә 19, төньяҡ-көнсығышта 9 градусҡаса, көндөҙ 31 градус эҫе. Кесаҙна, 23 июндә, төндә 13-18, көндөҙ 23-28 градус.

Июндең икенсе декадаһында республикала йылы һауа торошо көтөлә. Уртаса һауа температураһы күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ике градусҡа юғарыраҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометүҙәге.