Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Өфөлә скульпторҙар «Мираҫ» галереяһы заказы буйынса 13 яңы арт-объект төҙөй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә скульпторҙар «Мираҫ» галереяһы заказы буйынса 13 яңы арт-объект төҙөй. 1 июлдән 3 авгусҡа тиклем галерея меценаттар аҡсаһына скульпторҙарҙың халыҡ-ара симпозиумын ойоштора. Унда алты илдән 13 һынсы ҡатнаша. Уларҙың эштәре Ленин урамының йәйәүлеләр йөрөй торған юлына ҡуйыла.

Проект Третьяков галереяһы белгестәре, Өфө хакимиәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Скульпторҙар Учалылағы Мансур ятҡылығындағы гранит менән эшләйәсәк. «Симпозиумдың маҡсаты — ҡала мөхитен камиллаштырыу», — тип билдәләнеләр кураторҙар.

Республикала бындай саралар 1988 йылдан алып уҙғарыла. Ижади оҫтахана сиктәрендә башҡарылған эштәр Өфөлә (мәҫәлән, Революция урамында — 1999 йылғы симпозиумдан һуң), Нефтекамала, Малаяҙҙа ҡалған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть