9 декабрь, Йома

20 июнь 2016 йыл, 17:48

Олег Кирәевтың киң билдәле «Орлан» ансамбль-студияһы Европала һәм АҠШ-та концерттар менән сығыш яһай

фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайты

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Олег Кирәевтың киң билдәле «Орлан» ансамбль-студияһы ҙур донъя турнеһына әҙерләнә. Төркөм Рәсәйҙә, Европала һәм АҠШ-та сығыш яһай, тип хәбәр итә республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

Артистар төбәк Башлығының грантына лайыҡ булған «Башҡорт карауаны» исемле программа менән гастролгә сыға. 12 августа музыканттар Сербияла, Халыҡ-ара джаз фестивалендә (Ниш ҡалаһы), 16 сентябрҙә — Екатеринбургта Свердловск дәүләт академия филармонияһында, һуңынан Испанияның Сантьяго-де-Компостела ҡалаһында «Womex-2016» күргәҙмә-фестивалендә сығыш яһай. 3 ноябрҙә — Минскиҙа, 4-дә Витебскиҙа «Орлан» төркөмөнөң концерты була. Донъя турнеһы 11 ноябрҙә «Symphone Space» залында (Нью-Йорк, АҠШ) дауам итә. 30 ноябрҙә Мәскәү халыҡ-ара музыка йортонда сығыш яһау ҡаралған. Гастролдәрҙең иң һуңғы нөктәһе — Санкт-Петербург. «Орлан» төркөмөнөң концерты 2 декабрҙә «Эрарта» заманса сәнғәт музейында була.

Төркөм составында Олег Кирәев (саксофон, вокал), Рөстәм Ғәлиуллин (борғо), Олег Янгуров (бас-гитара), Сергей Остроумов (һуҡма), Рөстәм Кәримов (перкуссия), Руслан Воротников (клавишалы) сығыш яһай.