7 декабрь, Шаршамбы

20 июнь 2016 йыл, 16:48

Өфөлә инклюзив белем биреүгә ярҙам итеү өсөн «Параллель донъялар» исемле документаль фильм төшөрөлә

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды республика халҡын Башҡортостанда инклюзив белем биреү тураһында «Параллель донъялар» исемле документаль фильм төшөрөүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Проектты Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәге лә хуплай.

Ойоштороусылар уйынса, фильмда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың тормошо, сәләмәт тиҫтерҙәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында һүҙ барасаҡ. Кинотаҫма балаларҙың уйланыуҙарына нигеҙләнгән. Ижади төркөм үҫмерҙәрҙең аралашыуын күҙәтеү һәм төшөрөү өсөн балалар менән бергә ял итергә ниәтләй.

Ике йыл элек «Беҙҙең киләсәк» фонды аҡсаһына «Мөмкинлектәре сикләнмәгәндәр» документаль фильмы төшөрөлдө. Унда инвалидтарҙың белем алыуҙары, спорт менән шөғөлләнеүҙәре, әүҙем тормошҡа йәлеп ителгәндәре хаҡында бәйән ителә. «Параллель донъялар» ҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешегә ҡарата дөрөҫ, толерантлы мөнәсәбәт тәрбиәләүсе фильм булараҡ республиканың барлыҡ мәктәптәрендә, шулай уҡ республика Башлығы Хакимиәтендә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Бөтә Өфө» телеканалында, «Родина» кинотеатрында күрһәтеләсәк.

Фильм төшөрөү өсөн кәрәкле сумманың өстән бер өлөшө йыйылған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла 280 мең һум аҡса кәрәк. Фондтың реквизиттарын «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды сайтында табырға мөмкин.

темалар: социаль кино