Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Пенсия фондына керемдәр артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда Пенсия фондына керемдәр артҡан. Йыл башынан страховка иғәнәләренең суммаһы 33,9 миллиард һумға еткән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда 1,8 миллиард һумға күберәк. Май айында керемдәрҙең артыуы 109,2 процент тәшкил иткән, июндә — былтырғы кимәлгә ҡарата 114,7 процент, тип билдәләнеләр Пенсия фондының республика бүлексәһендә.

2015 йыл менән сағыштырғанда, Мотлаҡ медицина страховкалау фондына аҡса керемдәре 11,2 процентҡа артҡан һәм 7,9 миллиард һум тәшкил иткән.

Керемдең күпселек өлөшө яғыулыҡ сәнәғәте, химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, машиналар эшләү, транспорт, һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү ойошмаларына тура килә. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, квартал һайын республиканың 78 меңдән ашыу эш биреүсеһе отчет тапшыра. Шуларҙың 96 проценты отчетты электрон төрҙә ебәрә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть