3 декабрь, Шәмбе

20 июнь 2016 йыл, 15:24

Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә республика йәштәре мең шәм ҡабыҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 1941 йылдың 22 июне — илебеҙ тарихындағы иң ҡараңғы көндәрҙең береһе — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн.

Был көндә төнгө сәғәт 12-лә «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» ойошмаһының әүҙем ағзалары Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 75 йыл тулыу уңайынан «Хәтер шәме» акцияһын үткәреү өсөн Ағиҙел йылғаһы яры буйына («Ватан» паркы янында) йыйыла. Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Башҡортостандың барлыҡ райондарында Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан тантаналы саралар уҙа. Ил кимәлендәге «Хәтер шәме» акцияһы Туймазы, Әлшәй, Асҡын, Архангел, Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Благовар, Мишкә, Ғафури, Йәрмәкәй, Салауат, Мәләүез, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл, Ҡариҙел, Краснокама, Күгәрсен, Хәйбулла райондарында, Күмертау, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Межгорье ҡалаларында ла ойошторола. Баҡалы районында Мәңгелек утҡа сәскә һалыу тантанаһы була, шулай уҡ Рәсәй флагы төҫөндәге таҫмалар таратыла. Мишкә районында интернет-флешмоб һәм Мәңгелек ут янында шәмдәр таратыу ойошторола.

«22 июндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә, бөтә республика һалдаттарҙың ҡаһарманлығын хөрмәтләп иҫкә ала. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә төрлө райондарҙа меңдәрсә шәм ҡабыҙыла», — тип һөйләне «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» ойошмаһы етәксеһе Владимир Яковлев.