9 декабрь, Йома

20 июнь 2016 йыл, 14:35

Башҡортостанда бөтә Рәсәй финансистар съезы уҙғарыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 7-8 июлдә Өфөлә ил төбәктәренең финанс органдары етәкселәре менән бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үткәрелә. Уны Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарыу тәҡдиме менән илдең Финанс министрлығы сығыш яһаны.

Фекер алышыуҙың төп темаһы — 2017-2019 йылдарҙа илдә бюджет сәйәсәтен һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәр булдырыуҙың төп юлдары.  

Финансистар съезы эшендә Рәсәй Финанс министрлығы, Федераль ҡаҙналыҡ, Федераль һалым хеҙмәте, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, шулай уҡ илебеҙҙең бөтә төбәктәренең финанс органдары етәкселәре ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Өфө семинар-кәңәшмәне уҙғарыу урыны итеп осраҡлы һайланмаған, — тип билдәләне республиканың финанс министры Рида Собханҡолова. — Башҡортостан илдең төбәк финанстары менән идара итеү юғары сифатлы булған 22 төбәге иҫәбенә инә. Тупланма бюджет килеме күләме буйынса Рәсәйҙә 11-се урынды биләйбеҙ. Беҙҙә һалым йөкләмәһе түбән һәм кредит биреү һәләтлеге юғары. Бынан тыш, Өфө федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге саралар уҙғарыу өсөн яҡшы майҙансыҡ булып тора.