Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Үҙәк һайлау комиссияһы республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау тәғәйенләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау тәғәйенләне. 2-се Инорс һайлау округы һәм 19-сы Нарыш һайлау округы буйынса ике мандат алмаштырыла. Ҡарар республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев рәйеслегендәге ултырышта ҡабул ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өҫтәмә һайлау Илдус Сәрүәров һәм Александр Артюховтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуға бәйле.

Илдус Сәрүәров — «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһынан. 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса һайланған. Быйыл 19 апрелдә уның вәкәләттәре туҡтатылды.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты ағзаһы Александр Артюхов депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ҡарар 24 мартта Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында ҡабул ителде.

Үҙәк һайлау комиссияһы Өҫтәмә һайлауҙарҙы үткәреү буйынса сараларҙың календарь планын раҫланы. Округ һайлау комиссияларының вәкәләттәре Өфөнөң Калинин районы һәм Октябрьский ҡалаһының территориаль һайлау комиссияларына йөкмәтелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть