9 декабрь, Йома

20 июнь 2016 йыл, 11:40

Республикала «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» төбәк-ара форумы ойошторола

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25-26 июндә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» төбәк-ара форумы уҙғарыла. Форум-һабантуйға республика һәм күрше төбәктәрҙән йәштәр, йәштәр ойошмалары саҡырылған.

Форумдың программаһында ижади һәм спорт майҙансыҡтарының эше ҡаралған. Тәүге тапҡыр «Йәшлек моңо-2016» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе, бейеү конкурсы, «Яратам һине, Башҡортостан!» флешмобы ойошторола.

Сараның маҡсаты — йәштәрҙе туплау, төрлө йүнәлештәрҙә тәжрибә алмашыу, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу. Форумды ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Башҡортостандың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Баймаҡ районы хакимиәте.

Форумда ҡатнашыу өсөн ғариза тултырырға һәм уны 20 июнгә тиклем kurultay-ufa@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 250-49-31, 246-30-42.

темалар: йәштәр