9 декабрь, Йома

20 июнь 2016 йыл, 11:05

Йәшәү минимумы дәүмәле артты — Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2016 йылдың I кварталында илдә халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 9776 һум күләмендә билдәләнде. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 10524, пенсионерҙарға – 8025, балаларға 9577 һум тәшкил итә.

Ағымдағы йылдың I кварталы өсөн йәшәү минимумы дәүмәле уҙған йылдың IV кварталы менән сағыштырғанда 3,4 процентҡа артҡан, тип билдәләнеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Отчет кварталында ҡулланыу кәрзиненә индерелгән аҙыҡ-түлеккә уртаса хаҡтар уҙған квартал менән сағыштырғанда бер төрлө үҙгәрмәгән.

Мәҫәлән, аҡ күсәнле кәбеҫтә 20,9 процентҡа; кишер – 10,2, сөгөлдөр – 7; башлы һуған – 4,5; картуф на 3,4 процентҡа артҡан.

Тауыҡ йомортҡалары – 5,6; шәкәр ҡомо 2,7 процентҡа ҡиммәтләнгән. Вермишель 2 процентҡа; арыш, арыш-бойҙай икмәге – 1,8; борсаҡ һәм фасоль – 6,4; ҡарабойҙай ярмаһы 2,2 процентҡа ҡыйбатланған.

Дөгө 0,6 процентҡа арзанайған. Һөт ризыҡтарына хаҡтар бер аҙ артҡан.

Бер үк ваҡытта сусҡа итенә (һөйәкһеҙ иттән тыш) 4,1 процентҡа; тауыҡ итенә (тауыҡ боттарынан тыш) – 2,4; һыйыр итенә (һөйәкһеҙ иттән тыш) 1 процентҡа хаҡтар төшкән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл I  кварталда Башҡортостанда йәшәү минимумы дәүмәле 8691 һум күләмендә билдәләнде.