3 декабрь, Шәмбе

17 июнь 2016 йыл, 17:47

Башҡортостан инвестиция мөхите рейтингында 40-сы урындан 20-гә күтәрелде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан инвестиция мөхите рейтингында 40-сы урындан 20-гә күтәрелде. Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре XX Петербург иҡтисади форумында иғлан ителде. «Былтырғы йомғаҡтар буйынса, республика алдынғы егерме төбәк иҫәбенә инде. «Көйләүсе мөхит», «Бизнес өсөн институттар», «Инфраструктура һәм ресурстар», «Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» йүнәлештәре сиктәрендә 45 күрһәткес буйынса баһаланды. Башҡортостан алға ҙур аҙым яһаны, тип билдәләнде», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Милли рейтингтың нигеҙе — эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең фекере. Әгәр 2015 йылда респонденттар һаны 230 мең кеше тәшкил итһә, быйыл — 400 мең. Был — илдәге эшҡыуарҙарҙың дөйөм һанынан һигеҙ процент самаһы.