4 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2016 йыл, 17:02

Республикала Журналистар фестивале-2016 үтә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл Башҡортостан журналистарының йәйге фестивале Тәтешле районында ойошторолдо. Сараға баш мөхәррирҙәр, республика, район гәзиттәре, радио, телевидение һәм интернет-баҫмалар хәбәрселәре йыйылды. Йола буйынса, һәр баҫма яланда үҙ тирмәһен ҡорҙо.

Быйылғы фестивалдең темаһы — Рәсәй киноһы йылы. Һәр редакция хеҙмәткәрҙәрҙең ҡәҙимге эш көнөнә арналған «фильм» тәҡдим итте.

Сара барышында журналистарҙы Тәтешле районы башлығы Рушан Гәрәев, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡотланы. Тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Быйыл журналистарға ябай дипломдар урынына статуэткалар тапшырылды.

Журналистар һабантуйында «Башинформ» агентлығы хәбәрселәре баш мөхәррир Артем Вәлиев етәкселегендә ҡатнаша. Матбуғат клубында мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса күҙәтеүсе Ләйлә Аралбаева, «Башнефть» компанияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Сергей Вереземский сығыш яһай. Теләүселәр өсөн спорт ярыштары ҡаралған.

Кисен Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул итеү, Тәтешле районы коллективтары һәм артистарының концерты, ярыштарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү һәм дискотека була.

темалар: журфест