11 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2016 йыл, 16:23

Владимир Путин Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙы 2016 йылдың 18 сентябренә тәғәйенләне

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты үҙенең указы менән яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙы 2016 йылдың 18 сентябренә тәғәйенләне. Указ рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң үҙ көсөнә инә.

Тәүге алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау декабрҙең беренсе йәкшәмбеһендә үткәрелде. Әммә былтыр йәй ҡабул ителгән федераль законға ярашлы, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау 2016 йылдың өсөнсө йәкшәмбеһендә уҙғарыла. Шуға күрә быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө 18 сентябрҙә үтә.

Тәүге дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнаш һайлау системаһы нигеҙендә һайланды: 225 депутат — партиялар исемлеге, тағы ла 225-е бер мандатлы һайлау округтары буйынса үтте. Ә инде 450 депутатты тотош пропорциональ система буйынса һайлау тәү тапҡыр — 2007 йылда, артабан 2011 йылда үткәрелде. Был юлы Дәүләт Думаһына һайлау йәнә ҡатнаш система буйынса уҙғарыла. Граждандар, партиялар өсөн тауыш биреүҙән тыш, үҙе ҡараған бер мандатлы һайлау округынан депутат һайларға тейеш.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһының яңы составында бер мандатлы алты депутат буласаҡ. Республикала һайлау округтары һаны ла ошоға тигеҙ: Өфө (494948 һайлаусы), Благовещен (537971), Белорет (531670), Нефтекама (495684), Салауат (491497) һәм Стәрлетамаҡ (522221).

Бөгөн беҙҙең республиканан партиялар исемлеге буйынса үткән 16 Дәүләт Думаһы депутаты бар. Шуларҙың 12-һе — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан, икәүһе — КПРФ ағзаһы, ЛДПР-ҙан һәм «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси фирҡәһенән — берәр депутат.

Дәүләт Думаһында Башҡортостандан нисә депутат буласағы һайлаусыларҙың партиялар исемлеге өсөн тауыш биреүенә бәйле.