Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы ХХ Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге республика делегацияһы ХХ Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша.

«Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы — иҡтисад өлкәһендәге мөһим сара, ул илдең һәм уның төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһай һәм йүнәлештәрен билдәләй. Беҙ ошо халыҡ-ара майҙансыҡты Башҡортостандың ҡыҙыҡлы инвестиция проекттары менән таныштырыу өсөн файҙаланабыҙ», — тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов. Форумдың программаһында — ШОС һәм БРИКС илдәренең эшлекле форумдарын, «Эшлекле егерме» форумын, бер нисә конференция, семинарҙар һәм фекер алышыуҙар үткәреү.

Башҡортостан Премьер-министрының «Хейнекен берләштерелгән һыра ҡайнатыу заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Этьен Страйп менән осрашыуында республикала предприятиены үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Мәрҙәнов «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Волга» ҙур төбәк филиалы директоры Дмитрий Проскура менән Башҡортостанда «Хәүефһеҙ төбәк» программаһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләште. «Ростелеком» компанияһы республика ҡаҙнаһына һалым түләүҙәрен арттырырға ниәтләй.

Форум барышында төбәктең иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиковтың Business France халыҡ-ара агентлығы вәкилдәре менән осрашыуы булды. Башҡортостан менән Францияның нефть-химия етештереүе, агросәнәғәт комплексы һәм инфраструктура үҫеше өлкәһендә инвестиция хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәре тикшерелде. Францияға республика ауыл хужалығы продукцияһын оҙатыуҙы ойоштороу мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть