5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2016 йыл, 14:06

Баш ҡалала IV иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр форумы асылды

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Конгресс-холда Рәсәй ҡалалары союзының IV иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр форумын асыу тантанаһы булды. Сара Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында уҙа. Форумда 400-ҙән ашыу кеше — Федерация Советы, Рәсәй Дәүләт Думаһы ағзалары, эксперттар, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, Рәсәй ҡалалары мэрҙары һәм вәкилдәре, шулай уҡ сит ил коллегалары ҡатнаша.

Ике көн буйына ҡатнашыусылар 12 секция буйынса эшләй. Төп тема — Рәсәй ҡалалары союзының иң яҡшы муниципаль тәжрибәләрен индереү механизмдарын тикшереү. Секцияларҙың береһе халыҡ-ара үҙ-ара килешеп эш итеүгә, туғандаш ҡалалар араһында үҙ-ара мөнәсәбәт булдырыуға һәм Рәсәй ҡалаларының халыҡ-ара позицияларын үҫтереүгә арнала.  

Сараның программаһында: «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» еңеүселәрен бүләкләү, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, пленар ултырыш, оҫталыҡ дәрестәре, секциялар эше. Форумда ҡатнашыусылар өсөн ҡала объекттарына барыу ҡаралған, улар араһында Мостай Кәрим һәйкәле, «Әсә һәм бала» клиникаһы, «Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе», Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы, «Фестиваль» һәм «Аҡыллы йорт» торлаҡ комплекстары, «Сәнәғәт үҙәге» индустриаль паркы, шулай уҡ таҙартыу ҡоролмалары, скверҙар һәм парктар, мәғариф учреждениелары бар.

18 июндә IV иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр форумына йомғаҡ яһала.

Рәсәй ҡалалары союзы — илдәге күптәнге йәмәғәт ойошмаларының береһе. Ул 1991 йылдың мартында 65 ҡаланың башланғысы буйынса Рәсәйҙә урындағы үҙидара булдырыуға булышлыҡ итеү маҡсатында булдырыла. Бөгөн союз составына илдең 91 муниципаль берәмеге ингән, шуларҙың 69-ы — ил төбәктәре үҙәге.