9 декабрь, Йома

17 июнь 2016 йыл, 13:11

Республиканың балалар хирургтары «Булмыш» төп медицина премияһына лайыҡ булды

фото: «Беренсе канал»

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Мәскәүҙә илдең иң яҡшы табиптарына премиялар тапшырыу тантанаһы булды. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Беренсе канал менән бергә 16-сы тапҡыр иң яҡшыларҙы асыҡлай һәм уларҙы «Булмыш» төп медицина премияһы менән билдәләй. Быйыл медицина үҫешенә тос өлөш индергән табиптар һәм ғалимдар биш номинацияла наградалар алды.

Еңеүселәр иҫәбендә Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһы хирургтары Г. Латипова, Ф.Ф. Миңғолов, Э.Ф. Мансурова, Р.Ф. Бәҙретдинов бар. Етәкселәре — Артем Неудачин. Улар «Кеше ғүмерен ҡотҡарған уникаль операция яһаған өсөн» номинацияһында иң яҡшылар тип танылды.  

Тантанала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев сығыш яһаны.

«Ошо залда иң яҡшы табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар йыйылған, — тине Дмитрий Медведев. — Барыбыҙ исеменән һеҙгә башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Ошо ҡатмарлы, яуаплы һөнәрҙе һайлағанығыҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәм. Был һөнәр түгел, булмыш. Беҙ артабан да медицина өлкәһенә ярҙам итәсәкбеҙ, тармаҡты яңыртасаҡбыҙ, шәп белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ, фәнгә, мәғарифҡа аҡса бүләсәкбеҙ. Ошо осраҡта ғына илебеҙҙең киләсәге бар, сөнки киләсәк — заманса, шул иҫәптән медицина, технологиялары, һәм беҙ быны аңлайбыҙ».