9 декабрь, Йома

17 июнь 2016 йыл, 12:06

Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөлә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Бабич» исемле тулы метражлы тарихи фильм төшөрөлә. Фильм бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған. Кинотаҫманың ҡуйыусыһы — билдәле режиссер, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Булат Йосопов.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фильмда 1914-1919 йылдар  һүрәтләнә. Ижади етәксе — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева.

Фильмды республика Башлығының 9 миллион һум күләмендәге гранты сиктәрендә «Тере таҫма» кинокомпанияһы төшөрә.