4 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2016 йыл, 11:40

«Башҡортостан» ТРК-һы журналистары «Рәсәй ҡалҡаны 2016» фестивалендә наградалар яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары «Рәсәй ҡалҡаны» XIX төбәк-ара хәрби-патриотик телевидение һәм радио тапшырыуҙары фестивалендә еңеү яуланы. Быйыл конкурс Пермдә уҙҙы.

«Ҡояшлы ҡала» балалар радио тапшырыуҙары циклы өсөн Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының иң йәш штаттан тыш хеҙмәткәрҙәре «Йәш радио хәбәрселәре» номинацияһында наградаларға лайыҡ булды. Уның етәксеһе — Элеонора Дударь.

«Барыһына — бер үк еңеү» бүлегендә «Сурайҙа һәйкәл асыу» репортажы иң яҡшыһы тип танылды (милли тапшырыуҙар бүлеге хәбәрсеһе Рәлиә Сәхибгәрәева, оператор Азамат Әхмәҙишин, режиссер Зарема Хисмәтуллина). «Был — минең журналистика өлкәһендәге тәүге еңеүем. Бәләкәй генә булһа ла, ул бик мөһим. Тапшырыу өҫтөндә эшләгән ижади төркөмдөң еңеүе», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәлиә Сәхибгәрәева.

«Билдәһеҙ биттәр» номинацияһында «Асыҡ күңелле ябыҡ ҡала» репортажы дипломант булды («Мәҙәниәт Башҡортостан» телеканалы хәбәрсеһе Александр Колинченко, оператор Андрей Шуняев).

Быйыл конкурсҡа илдең төрлө төбәктәренән 350-нән ашыу эш — 235 телевидение һәм 120 радио тапшырыуҙары килде.