Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Алексей Касьянов республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Алексей Касьяновты республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары итеп тәғәйенләне. Быға тиклем ошо вазифаны Рәмил Исҡужин биләне.

Алексей Анатольевич Касьянов 1975 йылдың 24 майында Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1996 йылда Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе булып башлай. 1997-2002 йылдарҙа – Өфө прокуратураһында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе. 2002-2004 йылдарҙа – Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлегендә тәфтишсе. 2004-2006 йылдарҙа – Башҡортостан прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге етәксеһе. 2006-2007 йылдарҙа – Башҡортостан прокуроры урынбаҫары. 2007-2015 йылдарҙа – Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса етәксеһе. 2015-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть