9 декабрь, Йома

17 июнь 2016 йыл, 10:26

БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү менән ҡыҙыҡһына

фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

16 июндә Санкт-Петербургта ХХ Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтың БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы президенты Кундапур Ваман Каматх менән осрашыуы булды. Потенциаль инвесторҙарға республиканың баш ҡалаһынан М-5 «Урал» федераль әһәмиәтендәге автомобиль юлына Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса концессия килешеүе проекты тәҡдим ителде. Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта яңы объектты төҙөүҙең финанс моделе әҙерләнгән, объектты проектлау һәм төҙөү осоро дүрт йыл самаһы тәшкил итәсәк. Объекттың дөйөм оҙонлоғо — яҡынса 16 саҡрым. Иҫәп ағымы — тәүлегенә ун мең автомобиль. Автомобиль юлы түләүле буласаҡ. Төҙөлөштө финанслау һәм файҙаланыу моделе юл өсөн алынған аҡсаны республика ҡаҙнаһына йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.

БРИКС-тың Яңы үҫеш банкы президенты Каматх әфәнде Өфө проектына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм яҡын арала ойошма эксперттары уны буласаҡ хужаларҙы кредитлау йәһәтенән ентекле өйрәнәсәк.

Бынан тыш, осрашыуҙа ҡатнашҡан Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Сергей Сторчак Өфө проектын өҫтәмә федераль финанслау вариантын иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы.

«Беҙ быны БРИКС банкы өсөн пилот проекты булараҡ ҡарайбыҙ. Был бик мөһим, сөнки БРИКС банкын ойоштороусылар — федераль дәүләт ҡоролошо булған илдәр», — тип  билдәләне Сергей Сторчак.