11 декабрь, Йәкшәмбе

16 июнь 2016 йыл, 17:45

Өфөлә республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән билдәләнде

фото: Эдуард Дилмөхәмәтов

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 16 июндә Республика йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Хөкүмәт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы. Ул бүләкләнеүселәргә Рөстәм Хәмитов исеменән намыҫлы хеҙмәттәре, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бөгөн сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт кеүек тармаҡтарҙың 66 хеҙмәткәре награда алды. Улар араһында ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл советтары рәйестәре, хакимиәт, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары, төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, музыка мәктәптәре һәм колледждары уҡытыусылары, китапханасылар һәм журналистар, водителдәр һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре бар.

«Бөгөн бында төрлө һөнәр вәкилдәре, талантлы, сағыу шәхестәр йыйылған, — тип мөрәжәғәт итте Сергей Молчанов. — Һеҙ юғары оҫталығығыҙ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ, иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт, спорт, фән, мәғариф өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн ошо наградаларға лайыҡ булдығыҙ. Барығыҙҙы ла республикабыҙ, илебеҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, илебеҙҙе тыныс, тотороҡло итеп күрергә ынтылыу берләштерә. Һәр берегеҙ ватансылыҡ, юғары профессионаллек, яуаплылыҡ кеүек сифаттарға эйә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ арҡаһында республика илдең уңышлы төбәге, ышаныслы һәм ныҡлы терәге һанала. Республикабыҙ иҡтисад, төҙөлөш, инвестиция, социаль яҡлау, мәшғүллек, мәҙәниәт, спорт, медицина, мәғариф, фән, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Беҙ иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарайбыҙ, һәм мин республиканың киләсәге һеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа икәненә инанам».

темалар: бүләкләүҙәр