10 декабрь, Шәмбе

16 июнь 2016 йыл, 16:24

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Театр һабантуйы уҙа

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19 июндә Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында тәүге тапҡыр республика Театр һабантуйы ойошторола. Сара Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының йәштәр советы башланғысы буйынса үткәрелә. Байрамда республиканың барлыҡ театрҙарынан вәкилдәр ҡатнаша.

«Театр һабантуйын республика театрҙары араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм театр берлектәрен ижади яҡтан үҫтереү маҡсатында уҙғарабыҙ», — тине Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Хөрмәтулла Үтәшев.

Программала ҡатнашыусыларҙы сәләмләү, флешмоб, уйындар һәм ярыштар (тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартыу, көршәк ватыу, ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡ менән һуғыш), бейеү марафоны, көрәш, балыҡ тотоусылар конкурсы ҡаралған. Һәр театр концерт номерҙары менән сығыш яһай. Ярыштарҙың мотлаҡ төрөндә еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла.

Байрам иртәнге сәғәт 11-се яртыла башлана.

темалар: театрҙар