11 декабрь, Йәкшәмбе

16 июнь 2016 йыл, 15:19

Рәмил Исҡужин Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһын етәкләне

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәмил Исҡужин Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Ҡарар бөгөн, 16 июндә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында ҡабул ителде. Депутаттар бер тауыштан уның кандидатураһын хупланы.

Рәмил Кәбир улы Исҡужин Бөрйән районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1975 йылда Бөрйән районы Ырғыҙлы урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, аҙаҡ йәнә мәктәптә эшләй. Төрлө йылдарҙа ауыл советы рәйесенән алып Өфөнөң Совет районы прокурорына тиклем вазифалар биләй.

2006 йылда Федерация Советы ағзаһы, һуңынан бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе урынбаҫары була. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын етәкләй, 2013 йылдан — республиканың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы секретары. Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары бар.  

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 19 майҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Салауат Харрасовты Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.