Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында  Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантана уҙҙы.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һаулыҡ һаҡлау ветерандарын, ойоштороусыларҙы, табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Хәлде мөғжизәле көскә эйә технологиялар, ҡиммәтле ҡорамалдар түгел, белемле, тәжрибәле, мәрхәмәтле табиптар ғына яҡшырта ала, тип билдәләне ул.

Вице-премьер һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иң яҡшы белгестәрҙе «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне.

Тантана барышында һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров медицина хеҙмәткәрҙәрен «Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләне һәм һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалғандары өсөн рәхмәт әйтте.

Һуңынан байрам уңайынан концерт булды, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть