6 декабрь, Шишәмбе

16 июнь 2016 йыл, 12:01

Өфөләге юғары уҡыу йорто тәүге тапҡыр Шанхай рейтингына индерелде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт авиация техник университеты — илдең инженер-техник йүнәлеш буйынса Шанхай рейтингына ингән өс юғары уҡыу йорто иҫәбендә, тип хәбәр ителә РИА Новости сайтында.

Рейтингта М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетынан тыш, Милли тикшеренеүҙәр ядро университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты бар.

«Төбәк университеты тәүге тапҡыр Мәскәү дәүләт университеты менән бер төркөмдә, был илдәге уҡыу йорттарының тигеҙ үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләй», — тине «Рәсәй бөгөн» медиатөркөмөнөң «Социаль навигатор» проекты етәксеһе Наталья Тюрина.

Инженер-техник йүнәлеш буйынса вуздар рейтингын төҙөгәндә ғилми эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре, фәнни ҡаҙаныштар, тикшеренеү эшмәкәрлеге кимәле, халыҡ-ара һәм шәхси сектор менән хеҙмәттәшлек, ғилми наградалар, халыҡ-ара кимәлдәге премиялар иҫәпкә алына. Рейтингта донъяның 55 иленән 730-ҙан ашыу юғары уҡыу йорто бар.

Рейтинг тураһында тулыраҡ мәғлүмәт —  «Социаль навигатор» проекты сайтында.