6 декабрь, Шишәмбе

16 июнь 2016 йыл, 11:15

Башҡорт дәүләт медицина университетында ректор һайланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 15 июндә Башҡорт дәүләт медицина университетында ректор һайлау булды. Йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә ректор итеп профессор Валентин Павлов һайланды.

Башҡорт дәүләт медицина университетында хәбәр итеүҙәренсә, Валентин Павловтың кандидатураһы юғары уҡыу йорто етәксеһен һайлау буйынса дөйөм йыйылышта (конференцияла) ҡатнашыусыларҙың күпселек тауышы менән хупланды. Унан башҡа һайлауҙа дауалау факультеты деканы Ирина Рәхмәтуллина ҡатнашты. Ректор вазифаһына тағы ла бер дәғүәсе — өҫтәмә профессиональ белем биреү институты директоры Виталий Викторов — алдан үҙ кандидатураһын алды.

Конференцияла Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы аттестация комиссияһы хуплаған кандидаттар юғары уҡыу йортон үҫтереү программалары менән сығыш яһаны.

Валентин Павловтың программаһында вузды үҫтереүҙең төп йүнәлештәре — кадрҙар, дипломдан һуң белем биреү, фән, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәғлүмәти киңлек, яңылыҡтар.

Икенсе срокка ректор итеп һайланған Валентин Павлов йыйылыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.