7 декабрь, Шаршамбы

16 июнь 2016 йыл, 10:27

Баш ҡалалағы үҙәк скверҙы тирәк мамығы баҫҡан

фото: Ксения Калинина

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙы тирәк мамығы баҫҡан. Ҡала халҡы бында балалары менән ял итергә ярата. Әммә тирәк мамығы уларға ныҡ ҡамасаулай.

«Бөгөн халыҡ араһында аллергия менән яфаланыусылар бик күп. Телевидение аша рекламаланған препараттарҙың береһе лә аллергияны дауаламай. Улар аллергия билдәләрен генә кәметә: күҙҙәр йәшләнмәй, танау ҡысытмай», — тине 50-се ҡала поликлиникаһының табип-терапевы Рәмил Насретдинов.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, «июнь аҙағында тирәк мамығы янғын сығыуға сәбәп була ала — балалар  шаярып, йыш ҡына мамыҡ өйөмдәренә ут төртә. Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө лә ҙур бәләгә килтереүе ихтимал. Шуға күрә беҙ халыҡты һаҡ булырға саҡырабыҙ. Тирәк мамығы менән көрәшеү ысулдарының береһе — уны еүешләү. Ихаталарға килгәндә, биләмәне һыу һибеп таҙартырға кәрәк. Балалар майҙансығында иһә ата-әсәләргә уяу булыу һәм балаларҙың шаярыуына юл ҡуймау мөһим».

Алдан хәбәр ителгәнсә, 12 июндә баш ҡалала Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге сквер асылды. Тантана Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан ойошторолдо.