5 декабрь, Дүшәмбе

15 июнь 2016 йыл, 18:08

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы табиптары бүләкләнде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 15 июндә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ведомство башлығы Әнүәр Бакиров «2015 йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсы лауреаттарын бүләкләне.

Быйыл конкурс комиссияһы 120 эште ҡараны. Бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө: 40 йыллыҡ эш стажы булған белгестәр ҙә, йәш табиптар ҙа бар.

Өфөләге 3-сө балалар поликлиникаһы табип-педиатры, 4-се педиатрия бүлексәһе мөдире Зилә Усманова «Иң яҡшы педиатр» номинацияһында билдәләнде. «Медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе» номинацияһында Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Заһир Сакаев еңеп сыҡты. «Иң яҡшы санитар табип» номинацияһында баш дәүләт санитар табип Виктор Панин билдәләнде. Федераль яза башҡарыу хеҙмәте 2-се медик-санитар бүлегенең 15-се медицина бүлеге начальнигы Ринат Нәзмиев иң яҡшы хәрби табип тип танылды.

«Иң яҡшы лаборатор диагностика табибы» номинацияһында Республика балалар клиник дауаханаһының бактеорология лабораторияһы мөдире Рагна Очалова һәм Күмертау ҡала дауаханаһының клиник-диагностика бүлексәһе мөдире Римма Ғиззәтуллина һаулыҡ һаҡлау министры ҡулынан Почет грамоталарын алды. Ошо уҡ дауахананың инфекция бүлексәһе мөдире Ольга Тарасова республиканың иң яҡшы инфекционисы тип танылды.

«Иң яҡшы участка терапевы» номинацияһында Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы табибы Нурия Хәйруллина еңеү яуланы. «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында Республика клиник онкология диспансерының эндоскопия бүлексәһе мөдире Геннадий Грачев һәм Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының үҫмерҙәр поликлиникаһы табип-терапевы Валентина Юшкина бүләкләнде.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы икенсе йыл рәттән медицина темаһына яҙышҡан журналистарҙы билдәләй. Был номинацияла «Республика Башкортостан» гәзитенең сәйәсәт бүлеге начальнигы Гүзәл Нәбиева һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының социаль өлкә бүлеге начальнигы Эльмира Сабирова еңеүсе тип танылды.