Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Республикала Юл фонды сығымдары миллиард һумға артҡан

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Юл фонды сығымдары 1080,6 миллион һумға артҡан. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған тейешле Указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, аҡса төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын тәртипкә килтереүгә йүнәлтелә. Хөкүмәткә 2016-2018 йылдарҙа юлдарҙы ҡарау, ремонтлау, һалыу һәм төҙөкләндереү буйынса территориаль заказға үҙгәрештәр индерергә ҡушылған.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет ултырышында республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров хәбәр итеүенсә, «2015 йылда Юл фондына бюджеттан бүленгән аҡса күләме 11 миллиард 800 миллион һум тәшкил иткән. Территориаль заказ тулыһынса үтәлгән. Быйыл республиканың Юл фонды күләме — 12 миллиард 390 миллион һум. 2016 йылда Рәсәй ҡаҙнаһынан бүленгән башҡа бюджет-ара трансферттар суммаһы — 950,8 миллион, ауылға инеү юлы буйынса 267 миллион һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, Затон күперен төҙөү өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть