6 декабрь, Шишәмбе

15 июнь 2016 йыл, 16:24

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Именлек Советы секретары менән ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең берлектәге кәңәшмәһендә ҡатнашты

фото: Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 июндә Чебоксар ҡалаһында (Сыуашстан Республикаһы) Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Именлек Советы секретары Николай Патрушев менән ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың берлектәге күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Унда етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш иткәндә экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде.

Михаил Бабич округ төбәктәрендәге мөһим экологик хәүефһеҙлек проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтте. Тулы хоҡуҡлы вәкил әйтеүенсә, улар күбеһенсә сәнәғәт етештереүе үҫеше темпының артыуына һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса эште ойоштороуҙың түбән кимәленә бәйле.

– Илдең сәнәғәт комплексының дүрттән бер өлөшө округ биләмәһендә урынлашҡан. Предприятиеларҙың хужалыҡ һәм халыҡтың йәшәү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 2,5 миллиард тонна ҡалдыҡ йыйылған. Йыл һайын дөйөм күләмдең 27 проценты ғына зарарһыҙландырыла, – тине тулы хоҡуҡлы вәкил.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич билдәләүенсә, төбәктәрҙә экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре айырым контролгә алынған. Округта экологик хәлде күҙәтеү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм булдырылған. Тәҡдимдәр Хәүефһеҙлек Советы секретары кәңәшмәһенең протокол ҡарарына индерелә.