Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандан йөҙҙән ашыу вәкил «iВолга-2016» йәштәр форумында ҡатнаша

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандан йөҙҙән ашыу вәкил «iВолга-2016» йәштәр форумында ҡатнаша. Сараға Волга буйы федераль округы төбәктәренән, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан һәм Франциянан ике меңдән ашыу кеше йыйыла. Форум 15-24 июндә Һамар өлкәһенең Фестиваль паркында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендә уҙа.

Башҡортостан вәкилдәре форумда беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Уҙған йылдарҙағы еңеүселәр һәм лауреаттар яңы проекттар тәҡдим итә. Мәҫәлән, зарядлау ҡоролмаһы өсөн «Аҡыллы баш» грантына эйә булған Айҙар Хәйруллин бер йыл эсендә яңы прибор — усаҡтан заряд алыусы генератор уйлап тапҡан. Йәш уйлап табыусы форумда үҙенең проектына аҡса һалырға әҙер инвесторҙар табырға ниәтләй. «Беҙ 400 мең һум аҡсабыҙҙы тотондоҡ, тағы ла ике миллион һумдан ашыу кәрәк. Форумда беҙҙең проект күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм партнерҙар табырбыҙ, тип өмөтләнәм», — тип пландары менән уртаҡлашты Айҙар Хәйруллин.

Алдан хәбәр ителгәнсә, «iВолга-2016» форумында «Инновациялар һәм техник ижад», «Мәҙәни БУМ», «Тыуған төйәк — ҙур мөмкинлектәр», «Медиатулҡын», «Патриот», «Изгелек быуыны», «Сәйәсәт», «Спорт һөйөүсе йәштәр — сәләмәт милләт», «Һин — эшҡыуар» тип аталған сменалар эшләй. 24 июндә һәр сменаның эшенә йомғаҡ яһала һәм еңеүселәр бүләкләнә. Ҡатнашыусыларҙың идеяларын ил кимәлендәге эксперттар баһалай. Яҡшыларына үҙҙәренең проектын тормошҡа ашырыу өсөн грант тапшырыла. Форумдың приз фонды 13 миллион һумдан ашыу тәшкил итә (былтыр — 11 миллион).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть