5 декабрь, Дүшәмбе

15 июнь 2016 йыл, 14:09

Күмертау республикала эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы ҡала тип танылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Күмертау республика муниципалитеттарында эшҡыуарлыҡ мөхитен пилот мониторингы йомғаҡтары буйынса бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырылған ҡала тип танылды.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 2015 йыл йомғаҡтары буйынса мониторинг нигеҙенә эшҡыуарлыҡ үҫешен сағылдырған Стратегик башланғыстар агентлығының Милли рейтинг күрһәткестәре алынған.  

Рейтингтың урта төркөмөнә 54 муниципаль берәмек ингән. Шуларҙың етәүһе — ҡала округтары. Улар араһында Октябрьский, Нефтекама һәм Өфө — иң яҡшылары. Ошо уҡ төркөмдә — ҡала биләмәләре менән 11 муниципаль район, иң яҡшылары — Мәләүез, Ишембай һәм Бәләбәй райондары, шулай уҡ 36 ауыл муниципаль райондары, улар араһында Ейәнсура, Нуриман һәм Шаран райондары — иң яҡшылар иҫәбендә.