Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Ҡош юлы» бард йыры фестивале Виктор Цойҙың ижадына арналды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Ҡош юлы» бард йыры фестивале үтте. Ғәҙәттәгесә, ул Ейәнсура районы Таҙлар ауылы янында, йәмле Һүрәм йылғаһы буйында ойошторолдо. Быйыл «Ҡош юлы» биш йыллыҡ юбилейын билдәләне.

2016 йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителгәнлектән, быйылғы фестиваль Виктор Цойға һәм «Кино» төркөмөнә бағышланды. Фестиваль башҡорт теленә Наҙгөл Ғәлиева тәржемә иткән «Ҡан төркөмө» һәм «Ҡояш атлы йондоҙ» йырҙары менән асылды, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите. Сарала уҙған йылдарҙа еңеп сыҡҡан 14 лауреат һәм быйыл интернет тауыш биреүҙә еңеү яулаған алты йырсы ҡатнашты. Юбилей уңайынан фестивалдә еңеүсе билдәләнмәне. «Ҡош юлы»на 500 самаһы кеше йыйылды. Фотоһүрәттәр — «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә.

Байрам Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, «Шоңҡар» журналы һәм «Йәшлек» гәзите башланғысы менән 2012 йылдан үткәрелә. Әлеге ваҡытта фестиваль башҡорт бард хәрәкәтен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫтереү өсөн һәйбәт стимул, гитарала уйнарға һәм бард йырын яратыусылар өсөн ҙур байрам булып тора.

Теги: бард йыры
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть