10 декабрь, Шәмбе

15 июнь 2016 йыл, 12:13

Урал аръяғында бизнес өсөн тәүге күп функциялы үҙәк асылды

фото: Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Сибайҙа ғәмәлдәге күп функциялы үҙәктә эшҡыуарҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ике махсуслаштырылған тәҙрә эшләй башланы. Әлегә был республикала эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн махсуслаштырылған тәҙрә асылған беренсе күп функциялы үҙәк.

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, июль-август айҙарында Бәләбәйҙә, Күмертауҙа һәм Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн шундай тәҙрәләр асыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 июндән республиканың 72 күп функциялы үҙәгендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияның өс хеҙмәт төрө күрһәтелә башланы.

Улар иҫәбендә күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәт йыйыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының тауарҙар, хеҙмәттәр һатып алыуҙа ҡатнашыуын ойоштороу хаҡында мәғлүмәт биреү буйынса хеҙмәттәр бар.

Бынан тыш, республиканың күп функциялы үҙәктәрендә билдәле параметрҙар буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамы формалары һәм шарттары тураһында мәғлүмәт биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә.