9 декабрь, Йома

15 июнь 2016 йыл, 10:51

Республикала «Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйыны» фольклор байрамы үтә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 июндә Башҡортостанда «Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйыны» төбәк-ара фольклор байрамы уҙа. Сара Балаҡатай районы Билән ауылы янында ойошторола.

Байрам барышында башҡорт халҡының тарихи мираҫын һаҡлау һәм уның артабанғы мәҙәни үҫеше мәсьәләләре буйынса «Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү: методика һәм технология» исемле фәнни-ғәмәли конференция була. Унда фольклорсылар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, китапхана хеҙмәткәрҙәре, республика, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре ижади коллективтарының етәкселәре ҡатнаша.

Программала «Ҡатай тураһында легенда» тип аталған театрлаштырылған тамаша ҡаралған. Унда ҡатай башҡорттарының тарихи һәм нәҫел тамырҙары хаҡында һүҙ бара. Башҡортостан райондары, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең ижади коллективтары сығыш яһай. Билән, Үтәш, Яныбай, Урғалы ауыл биләмәләре тирмәләрендә башҡорттарҙың ғаилә-конкүреш, туй йолалары, көнкүреше менән танышырға мөмкин.

Спорт һәм күңел асыу майҙансығында милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, халыҡ уйындары, балыҡсылар конкурсы, «Балыҡсы өҫтәле», «Өпәй батыры» интерактив майҙансыҡтар, күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.