Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Синоптиктар был аҙнала көндәрҙең эҫе буласағын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Синоптиктар фаразлауынса, был аҙнала Башҡортостанда көндәр йәйгесә йылы торасаҡ. Һауа температураһы яйлап ҡына күтәреләсәк, көндөҙ 30 градусҡа тиклем. Республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, төбәктең күпселек өлөшөндә яуым-төшөм көтөлмәй.

Шаршамбы, 15 июндә, һауа температураһы төндә 11-16 градус тәшкил итәсәк, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +6 градусҡаса, көндөҙ 27 градусҡа тиклем. Кесаҙна, 16 июндә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Төндә шулай уҡ 11-16 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +6 градусҡа тиклем. Көндөҙ иһә 27 градус һәм юғарыраҡ.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндең икенсе декадаһында Башҡортостанда көндәр йылы торасаҡ. Уртаса һауа температураһы күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ике градусҡа юғарыраҡ булмаҡсы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть