6 декабрь, Шишәмбе

14 июнь 2016 йыл, 17:49

Республикала сит телдәрҙән һәм биологиянан Берҙәм дәүләт имтихандарын нисек тапшырыуҙары билдәле булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу дауам итә. Шишәмбе, 14 июндә, ун беренсе класс уҡыусылары сит телдәрҙән һәм биологиянан имтихан бирҙе.

«Имтихан үткәреү өсөн 70 пункт йәлеп ителде. 1704 сығарылыш уҡыусыһы — инглиз, 26-һы — немец, дүртәүһе француз теленән һынау тотто», — тип хәбәр итте Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Минекәева.

Имтихандың яҙма өлөшөн башҡарған өсөн уҡыусылар 80 балл йыя ала. Уҙған аҙнала сит телдәрҙән телдән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда 20 балл тупларға мөмкин ине.

Биология буйынса Берҙәм дәүләт имтиханына биш меңдән ашыу кеше килде. Ике имтихандың да һөҙөмтәләре 28 июндә билдәле була.

темалар: мәғариф, бди-2016