7 декабрь, Шаршамбы

14 июнь 2016 йыл, 17:14

Өфөлә Матбуғат хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Шәһит Хоҙайбирҙинға иҫтәлекле таҡтаташ асылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн республикала Башҡортостан матбуғаты көнө билдәләнә. Байрам көнөндә Өфөлә яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәле янында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Сарала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто етәксеһе Венера Хәкимова, республика баҫмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

«Шәһит Хоҙайбирҙин талантлы шәхес ине. 1919 йылда, 23 йәшендә генә, дивизия командиры вазифаһында республикабыҙға ҡайта. 25 йәшендә иһә уға Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетында рәйеслекте ышанып тапшыралар. 28 йыл ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, әҙәби мираҫ та ҡалдырып өлгөрә. Хәҙерге башҡорт теле нормаларын формалаштырыу буйынса эш уның етәкселегендә алып барыла, — тип һөйләне республика Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. — Бындай яҙыу күптән ҡуйылырға тейеш ине, сөнки ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уның кем икәнлеген белмәй».

«Был һәйкәл һөнәребеҙҙең символына әүерелде. Беҙ, Хоҙайбирҙин вариҫтары, юғары яуаплылыҡ хаҡында һәр саҡ иҫтә тоторға тейешбеҙ. Хеҙмәттәштәремде принципиаль булырға һәм уның традицияларын хөрмәт итергә саҡырам», — тип билдәләне журналистика ветераны Марсель Ҡотлоғәлләмов.

Тантанала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды. Быйыл октябрь айында Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тулыу киң билдәләнәсәк. «Китап» нәшриәтендә яҙыусы һәм журналист Ризван Хажиев әҙерләгән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тураһында китап донъя күрәсәк. Лауреаттар Күгәрсен районында эшмәкәрҙең тыуған ауылында тантаналы сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙинға (1896-1924) һәйкәл 1981 йылдың 4 декабрендә асылған. Һәйкәлдең авторҙары — скульпторҙар Тамара Нечаева, Борис Фузеев, архитектор Фәрит Рехмуков.