8 декабрь, Кесе йома

14 июнь 2016 йыл, 16:33

Федераль юл агентлығының республика идаралығында өҫтөнлөклө йүнәлеш — Ырымбур трассаһын ремонтлау

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Быйыл Федераль юл агентлығының Башҡортостан идаралығында өҫтөнлөклө йүнәлеш — Р-240 трассаһын ремонтлау. Ырымбур юлы 2010 йылда федераль милеккә тапшырылғайны, тип иҫкә төшөрҙө Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Федотов. «Р-240 юлының торошо бик насар, шуға күрә төп ресурстар ошонда йәлеп ителә. Юл япмаһы, яһалма ҡоролмалар, тышҡы яҡтыртыу системалары, барьерҙар тәртипкә килтерелә», — тине чиновник.  

Шулай уҡ өс юл үткәргесте, ике күперҙе, һыу үткәреүсе торбаны ремонтлау ҡаралған. Ырымбур трассаһында түбәндәге урындарҙа: Стәрлетамак — Раевка юлы киҫелешендә, Ира — Магнитогорск юлына боролошта, Күмертау ҡалаһына ингән ерҙә өс светофор объекттары ҡуйыла. Ракитовка ҡасабаһы янында йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле төҙөлә. Ошондай ҡоролмалар төҙөлөшөнөң хаҡы — 20-100 миллион һум.