Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Быйыл туғыҙынсы класс уҡыусылары Төп дәүләт имтиханын былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ биргән — Мәғариф министрлығы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Быйыл Башҡортостанда туғыҙынсы класс уҡыусылары Төп дәүләт имтиханын былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ биргән. Математика буйынса имтихан һөҙөмтәләрен тикшереп, Башҡортостан Мәғариф министрлығы эксперттары «икеле» алыусылар һиҙелерлек кәмегән тип белдерә. Ошо фәндән һынау тотҡан 36 меңдән ашыу кешенең 1875-е эшен «икеле» билдәһенә яҙған. 19 меңдән ашыуы — «дүртле», 4,6 мең самаһы уҡыусы «бишле» алған. Предметтар буйынса апелляция срогы республиканың мәғариф ведомствоһы сайтында баҫылған. Апелляцияны ҡарағанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған уҡыусы һәм уның ата-әсәһе, шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнаша ала.

Яҡын арала рус теленән һөҙөмтәләр билдәле була. Ваҡытында имтихан тапшыра алмағандар 15,17 һәм 21 июндә һынау тота.

Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 36 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы Төп дәүләт имтиханын тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть