Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Былау культы» хәйриә аш-һыу байрамында 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә «Былау культы» хәйриә аш-һыу байрамында 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара Рәсәй көнөндә «Ватан» майҙанында «Былау культы» Бөтә Рәсәй хәйриә марафоны сиктәрендә ойошторолдо. Уның төп бурысы — Көнсығыш аш-һыуын популярлаштырыуҙан тыш, мохтаж кешеләргә ярҙам итеү, балаларҙы дауалауға аҡса йыйыу.

Фестивалдә 15 команда, популяр Көнсығыш аш-һыуҙарының береһен әҙерләү оҫталары ҡатнашты. Өфөнөң иң яҡшы ресторандары командаһында баш ҡаланың билдәле кешеләре бер майҙанда осрашты. Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында «Мәрхәмәт» фонды попечителдәре Гөлшат Хәмитова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов бар ине. Һәр команда төрлө рецепт буйынса былау бешерҙе. Байрамда татлы Ташкент, андижан, Фирғәнә, үзбәк былауын ауыҙ итергә мөмкин булды. Уларҙың оҫталығын билдәле концепт-шеф, блогер Хәким Ғәниев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, блогер Рәис Ғәбитов баһаланы.

Сараның координаторы Регина Штягина хәбәр итеүенсә, бөтәһе 225450 һумлыҡ 1503 порция былау һатылған. Йыйылған аҡса церебраль фалиж менән яфаланған 11 йәшлек Юлиә Юлдыбаеваны һәм быума сирле Сева Слюнинды дауалауға йүнәлтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть