Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Златоуст ҡалаһында этноауыл асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында Рәсәй көнөнә арналған байрам ойошторолдо. Байрам барышында ҡала халҡы өсөн күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға булды: унда этноауыл астылар. Ойоштороусылар күҙаллауынса, проект экологик туризм үҙәге буласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте.

Этноауыл XVIII быуат стилендә төҙөлгән. Унда рус, украин өйҙәре, башҡорт тирмәһе һәм башҡа ҡаралтылар бар. Киләсәктә саҡырылған белгестәр ҡала халҡы өсөн тимерсе хеҙмәте, көршәксе эше, туҙҙан әйберҙәр яһау, ағас һырлау, кейеҙ баҫыу һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Тантананы үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары концерты дауам итте. Унда Златоуст ҡалаһында йәшәгән халыҡтарҙың сағыу номерҙарын күрергә мөмкин ине. «Башҡорт биҙәктәре» клубы етәксеһе Рәйсә Хужина боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Тамашасылар уның сығышын бик йылы ҡабул итте.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе Данис Хужин фекеренсә, йәй көнө Златоусҡа бик күп туристар килә. «Шәхси туристик продуктты күбәйтеп, боронғо ҡала ошо ағымды арттырыуға, үҙенең имиджын яҡшыртыуға, яңы инвестициялар йәлеп итеүгә иҫәп тота ала. Был беҙҙең йәмәғәтселәр эше өсөн мөһим йүнәлеш. Этноауылдың тарих һәм халыҡ мәҙәниәтенең йәнле кәүҙәләнеше булыуы ҙур иғтибарға лайыҡ», — тип билдәләне Данис Хужин.

Теги: этноауыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть