4 декабрь, Йәкшәмбе

14 июнь 2016 йыл, 12:20

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең балалар студияһы – Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй балалар фестивалендә иң яҡшыларҙың береһе

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең балалар студияһы – Мәскәүҙә «Беҙ бергә — Рәсәй» Бөтә Рәсәй балалар фестивалендә иң яҡшыларҙың береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Нуриманова етәкселегендәге бейеү коллективы илдең иң яҡшы 100 балалар фольклор коллективтары, халыҡ йыры, музыка һәм бейеү ансамблдәре араһында өсөнсө урын яуланы.

Йәш ғәскәровсылар абруйлы жюри ағзаларына «Бөркөттәр иле» һәм «Башҡорт сувениры» бейеүҙәрен тәҡдим итте. Ҡуйыусыһы — Альбина Нуриманова. Беренсе урында — Ҡырым коллективы, өсөнсөлә — Ҡалмыҡстан вәкилдәре.

Һайлап алыу турҙары Людмила Рюмина етәкселегендә Мәскәү мәҙәниәт фольклор үҙәге сәхнәһендә үтте. Гала-концерт Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Йәшел театрында булды. Унда иң яҡшылар иҫәбендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең балалар студияһы сығыш яһаны. Рәсәй көнөндә легендар театр сәхнәһендә Адыгей, Башҡортостан, Бүрәт, Ҡалмыҡстан, Карелия, Марий Иле, Төньяҡ Осетия — Алания, Тыва, Удмуртия, Сыуашстан республикаларынан, шулай уҡ Камчатка, Красноярск һәм Ставрополь крайҙарынан, Үҙәк Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, Севастополдән һәм Мәскәүҙән йәш һәләттәр үҙҙәренең сәнғәтен күрһәтте.

«Беҙ бергә — Рәсәй» Бөтә Рәсәй балалар халыҡ ижады фестивале Рәсәй Президенты ҡушыуын үтәүгә һәм «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторола.