5 декабрь, Дүшәмбе

14 июнь 2016 йыл, 11:16

Рәсәй көнөндә Рөстәм Хәмитов йәш бәләбәйҙәргә паспорт тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Рәсәй көнөндә Бәләбәй районына эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов муниципалитетта йәшәүселәрҙе Рәсәй көнө менән ҡотланы һәм йәш бәләбәйҙәргә Рәсәй гражданины паспорттарын тапшырҙы.

– Бөгөн беҙ төп дәүләт байрамын – Рәсәй көнөн билдәләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ донъялағы иң ҙур ил, уның бөйөк тарихы, мәҙәниәте  менән ғорурланабыҙ. Беҙ Тыуған ил мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итәбеҙ һәм бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ.

Баҙар иҡтисадына күскән саҡта ил билдәле ауырлыҡтарға осрай, тине республика етәксеһе, һәм күмәк көс менән уларҙы еңеп сығырбыҙ тигән ышаныс белдерҙе.

– Бөгөн һис еңел түгел, һорауҙар бар. Беҙгә ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итергә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күптәребеҙ совет заманында тыуған, ә баҙар иҡтисадында йәшәйбеҙ. Был, һис шикһеҙ, илдең иҡтисади механизмын үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә.

Район уҡыусыларына паспорттар тапшырып, Башҡортостан Башлығы уларға оптимизм һәм уңыштар теләне.

– Айырыуса йәштәргә рәхмәт әйткем килә, сөнки улар – илдең киләсәге, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әле генә йәштәр паспорт алды. Ошо мөһим көн ғүмерлеккә хәтерҙәрендә ҡалһын ине. Улар яңы тормошҡа аяҡ баҫа. Әйҙәгеҙ, уларға һәйбәт өлгө күрһәтәйек, яҡшылыҡҡа өйрәтәйек.